8 декабрь, Кесе йома

25 май 2016 йыл, 16:44

Баш ҡалала 11 йәшлек Виолетта Токарчукты үлтереүҙә ғәйепләнеүсегә ҡарар сығарылды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Өфөлә 11 йәшлек Виолетта Токарчукты үлтереүҙә ғәйепләнеүсегә ҡарар сығарылды. Бынан тыш, ул тағы ла бер уҡыусы ҡыҙҙы үлтерергә маташыуҙа ғәйепләнә. Был хаҡта республика буйынса Тәфтиш комитеты хәбәр итә.

Тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, быға тиклем бер нисә тапҡыр хөкөмгә тарттырылған Өфө кешеһе 2014 йылдың 11 февралендә баш ҡаланың Ленин районында 10 йәшлек ҡыҙға һөжүм итә. Ул ҡыҙға ҡарата сексуаль характерҙағы көс ҡуллана. Һуңынан баланы быуа башлай. Уны үлгән тип уйлап, енәйәт урынынан ҡаса. Ҡыҙыҡай иҫенә килгәс, өйөнә ҡайта һәм ата-әсәһенә барыһын да һөйләп бирә. Әммә енәйәт асылмай ҡала.

Былтыр 21 сентябрҙә 35 йәшлек ир Өфөнөң Краснодон урамында мәктәпкә китеп барған 11 йәшлек ҡыҙыҡайға һөжүм итә. Ул уҡыусыны гараждар араһына алып инә һәм көсләй. Һуңынан быуып үлтерә. Енәйәтсе баланың мобиль телефонын урлап ҡаса.

Тикшереүселәрҙең ошо кешенең ике енәйәткә ҡағылышы булыуы тураһында дәлилдәре бар. Ғәйепләнеүсе һаҡ аҫтына алынған.