5 декабрь, Дүшәмбе

25 май 2016 йыл, 15:07

Өфөләге ҙур һәм уртаса предприятиеларҙа айлыҡ хеҙмәт хаҡы — 34 470 һум

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Быйыл ғинуар-март айҙарында Өфөләге ҙур һәм уртаса предприятие, ойошма хеҙмәткәрҙәренең уртаса айлыҡ эш хаҡы 34 470 һум тәшкил иткән.

Баш ҡала хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда хеҙмәт хаҡы 5,9 процентҡа артҡан.

2016 йылдың февралендә Башҡортостанда уртаса эш хаҡы 25 163 һум тәшкил иткән. Эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы — 8863 һум.