4 декабрь, Йәкшәмбе

25 май 2016 йыл, 14:35

28 майҙан федераль юлдарҙа ауыр йөк транспорты хәрәкәте сикләнә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 28 майҙан федераль юлдарҙа ауыр йөк транспорты хәрәкәте сикләнә.

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында аңлатыуҙарынса, бындай сикләүҙәр яҙ һәм йәй көндәрендә юл япмаһын һаҡлау өсөн индерелә.

Тейешле бойороҡ 17 майҙа рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Сикләүҙәр федераль автомобиль юлдарының тейешле участкаларында, шул иҫәптән яҙғы осорҙа — 28 майҙан 25 июнгә, йәй көнө 28 майҙан 31 авгусҡа тиклем ғәмәлдә буласаҡ (һауа температураһы 32 градустан юғары булған осраҡта ғына).

Бындай сара юлдарҙың ваҡытынан алда боҙолоуына мөмкинлек бирмәй, шулай уҡ пландан тыш ремонтлауға өҫтәмә сығымдар ҙа талап итмәй.

Федераль юл агентлығының яҙғы-йәйге сикләүҙәр буйынса бойороғо, юлдарҙың тулы исемлеге менән бында танышырға мөмкин.