10 декабрь, Шәмбе

25 май 2016 йыл, 12:44

Миҙгел тамамланыу уңайынан Башҡорт драма театры байрам концертына саҡыра

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 27 майҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының 96-сы ижад миҙгелен ябыу тантанаһы уҙа. Был көндә бай мәҙәни программа ҡаралған, тип хәбәр иттеләр театрҙың матбуғат хеҙмәтендә. Көндөҙ сәхнә ветерандары менән ижади осрашыу ойошторола. Киске сәғәт 6-сы яртыла Арыҫлан Мөбәрәковтың һәм Мостай Кәримдең һәйкәлдәренә сәскә һалыу була. Сәғәт 6-ла театр алдында театрҙың популяр актерҙары ҡатнашлығында байрам концерты башлана.

Киске сәғәт 7-лә тамашасыларҙы Сергей Беловтың пьесаһы буйынса «Мин һинең ҡәйнәң булам» комедияһының премьераһы көтә. Ҡуйыусы режиссеры — Олег Ханов. Йола буйынса, спектаклдән һуң театрҙың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнә. Ошо кистә «Иң яҡшы ир-егет роле» һәм «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле», «Тамашасылар һөйөүе призы» номинацияларында еңеүселәр билдәләнә.

96-сы театр миҙгеле сәхнә сәнғәтендә әһәмиәтле ваҡиғаларға бай булды: «Алтын битлек» Бөтә Рәсәй милли театр фестивалендә еңеү (костюм буйынса рәссам Альберт Нестеров), «Йософ һәм Зөләйха» музыкаль легендаһын ҡуйыу өсөн республика Башлығы грантын алыу, Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесын сәхнәләштереү һәм халыҡ-ара фестивалдәрҙә, гастролдәрҙә ҡатнашыу.