Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Республиканың рәсми делегацияһы — эш сәфәре менән Ҡытайҙа

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле, республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Артур Шәйнуров етәкселегендәге рәсми делегация — эш сәфәре менән Ҡытай Халыҡ Республикаһында. Сәфәр 31 майға тиклем дауам итә.

Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, сәфәр программаһында Аньхой провинцияһының Хэфэй һәм Хуаншань ҡалаларына, шулай уҡ Шанхайға барыу, Аньхой провинцияһын үҫтереү һәм реформалаштырыу буйынса комитет, Ауыл хужалығы комитеты, Коммерция департаменты, Туризм эштәре буйынса идаралыҡ, Аньхой провинцияһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы етәкселәре менән бер нисә осрашыу ҡаралған.

Бынан тыш, Ҡытай фәнни-техник университетының Алдынғы техника тикшеренеү институтына барыу һәм Рәсәй төбәктәре менән таныштырыу сараһы уҙғарыу планлаштырылған.

Башҡортостан иҡтисади, туристик һәм гуманитар үҫеш мәсьәләләрендә Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә, тип билдәләнеләр төбәктең Иҡтисади үҫеш министрлығында. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта бер нисә тейешле килешеү ғәмәлдә, берлектәге саралар ойошторола, төҙөлөш, сауҙа, сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм мәғариф өлкәһендә инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть