7 декабрь, Шаршамбы

25 май 2016 йыл, 11:19

Граждандар форумы – изге эшкә үҙ өлөшөн индергәндәрҙең осрашыуы ул – Башҡортостан Башлығы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 24 майҙа Өфөләге Конгресс-холда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов III Граждандар форумының пленар ултырышында сығыш яһаны.

– Башҡортостандың граждандар йәмғиәте көс туплай, мөмкинлектәрен киңәйтә. Әлбиттә, был – һуңғы йылдарҙағы йүнәлеш. Ул республиканы, йәмғиәтте нығыта, – тине республика етәксеһе. – Форум ижтимағи эш менән шөғөлләнеүселәр өсөн мөһим майҙансыҡҡа әүерелә бара. Ошо сара – тирә-йүндәге ваҡиғаларға битараф булмаған, изге эшкә үҙ өлөшөн индерергә тырышҡан кешеләрҙең осрашыуы ул.

Республика Башлығы власть структуралары менән йәмәғәт ойошмаларының үҙ-ара бергәләп эш итеүенең ыңғай һөҙөмтәһен билдәләне. Мәҫәлән, Йәмәғәт палатаһының составы яңыртылды. Башҡарма һәм муниципаль власть органдары ҡарамағында йәмәғәт советтарын булдырыу тамамлана. Байтаҡ әһәмиәтле башланғыстар тормошҡа ашырылған.

– Ошо аҙымдар – берлектә идара итеүҙең заманса моделен үҫтереү буйынса алып барылған ҙур эштең бер өлөшө. Власть һәм йәмәғәт берләшмәләре күп кенә социаль әһәмиәтле мәсьәләләрҙе берлектә хәл итә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Мин берлектә идара итеүгә иғтибарҙы йүнәлтәм. Беҙ бергәләп, бер-беребеҙгә ярҙам итеп эшләйбеҙ.

Төбәк Башлығы әйтеүенсә, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар хеҙмәт баҙарында тотороҡлоҡто һаҡлауҙа, хеҙмәт бәхәстәрен хәл итеүҙә әүҙем ҡатнаша, хәйриә һәм ирекмәнлек эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә.

Башҡортостандың III Граждандар форумы – төбәктә граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың муниципаль берәмектәрҙең социаль-иҡтисади үҫешендә ҡатнашыу мәсьәләләре буйынса фекерҙәр туплау өсөн майҙансыҡ. Форумды ойоштороусылар – Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Ҡала үҫеше йәмәғәт фонды.