9 декабрь, Йома

25 май 2016 йыл, 10:27

Рөстәм Хәмитов «Өфө» футбол клубы уйынсылары һәм тренерҙары менән осрашты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 24 майҙа Өфөләге «Нефтсе» стадионында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Өфө» футбол клубы уйынсылары һәм тренерҙар штабы менән осрашты. Үткән аҙнала улар миҙгелде уңышлы тамамланы һәм Рәсәй Премьер-лигаһында урындарын һаҡлап ҡалды.

Республика етәксеһе футболсыларға яҡшы уйнағандары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм клубтың ҡеүәте ҙур булыуын билдәләне.

– Аңлашыла, барыһына ла эшләргә, хаталарҙы, етешһеҙлектәрҙе тикшерергә кәрәк. Әммә ҡеүәт бар. Мин уны команда рухында күрәм, – тине Рөстәм Хәмитов. – Команда рухы миҙгелде уңышлы тамамлауға булышлыҡ итте. Уны 2016-2017 йылдар миҙгелендә лә һаҡларһығыҙ тип ышанам. Әммә яңы ҡаҙаныштарға өлгәшеү бурысы шул килеш ҡала.

Әлеге ваҡытта клубтың киләһе миҙгелгә бюджеты өҫтөндә эш алып барыла, тип хәбәр итте төбәк Башлығы.

– Республика клубҡа төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеүен дауам итәсәк. Хәҙер клубтың 2016-2017 йылдар миҙгеленә бюджеты өҫтөндә эшләйбеҙ. Ул лайыҡлы булыр тип ышанам, сөнки һеҙ республиканың, ҡаланың мәнфәғәттәрен яҡлайһығыҙ, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Беҙ бюджетты арттырыу өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ тип аныҡ әйтә алам. Иң мөһиме – команда рухы, үҙ өҫтөңдә эшләү, республика, Өфө өсөн яуаплылыҡ тойғоһо.

Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, өфөләр ҙур тәжрибә туплаған, хәҙер иһә яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшергә кәрәк.

«Өфө» клубы 2010 йылдың 23 декабрендә «Башинформсвязь — Динамо» командаһы базаһында булдырылған. 2012 йылдан ул Милли футбол лигаһында сығыш яһай башланы. Милли футбол лигаһы беренселегенең 2013/2014 йылдар миҙгеле йомғаҡтары буйынса баш ҡала клубы дүртенсе урын алды һәм Премьер-лигала урын яуланы.

2015/2016 йылдар миҙгелендә команда турнир таблицаһында 12-се урынды биләне һәм Премьер-лигала сығыш яһау хоҡуғын һаҡлап ҡалды. Өфөләр 30 уйын үткәрҙе, алты еңеү яуланы, 15 тапҡыр еңелде һәм туғыҙ уйын тигеҙ иҫәп менән тамамланды.