3 декабрь, Шәмбе

24 май 2016 йыл, 17:36

Швецияла төбәктең йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу тәжрибәһе менән таныштырыу булды

фото: Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы

ӨФӨ, 2016 йыл, 24 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Швецияла Башҡортостандың йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу тәжрибәһе менән таныштырыу булды. Республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова йәштәрҙең мәшғүллегенә булышлыҡ итеү мәсьәләләре буйынса субтөбәк конференцияһында ҡатнашты. Конференция 17-24 майҙа Швецияла һәм Норвегияла үтте.

Сарала Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһының субтөбәк бюроһына ингән һигеҙ илдең вәкилдәре ҡатнашты. Улар иҫәбендә — Рәсәй, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Грузия, Әрмәнстан һәм Азербайжан.

Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, Швецияға сәфәрҙең төп маҡсаты — республикала ғәмәлгә ашырылған йәштәрҙең мәшғүллегенә булышлыҡ итеү, шул иҫәптән юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙың стажировкаһын ойоштороу программалары менән таныштырыу.

Республика министрлығы Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһына төбәктә ошо йүнәлештә алып барылған эш тураһында ентекле отчет ебәргән.

«Дөйөм алғанда, беҙҙең тәжрибә уңышлы тип табылған. Юҡҡамы ни илдәге төбәктәр араһында тәүгеләрҙән булып «Лайыҡлы хеҙмәт» өс яҡлы программаһын ҡабул иттек. Башҡа илдәрҙән килгән коллегалар билдәләүенсә, дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеүҙән тыш, министрлыҡ халыҡ мәшғүллеге үҙәктәре менән берлектә әүҙем өҫтәмә эш алып бара. Атап әйткәндә, эшсе һөнәрҙәрҙе күтәреү, йәштәргә һөнәри йүнәлеш биреү, йәштәрҙең эшҡыуарлығын үҫтереү буйынса», — тип хәбәр итте Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Уның әйтеүенсә, конференцияла ҡатнашыусылар Башҡортостанда ведомство-ара үҙ-ара килешеп эш итеүҙе, иҡтисадтың кадрҙарға ихтыяжын алдан күҙаллауҙы, хеҙмәт баҙарын рәсмиләштереү өсөн тырышлыҡты билдәләгән.