4 декабрь, Йәкшәмбе

24 май 2016 йыл, 16:50

Республика вәкилдәре — Халыҡ-ара шашка буйынса донъя кубогы этабында иң яҡшылары

фото: «Башнефть» профессиональ шашка клубының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 24 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостан вәкилдәре Халыҡ-ара шашка буйынса донъя кубогының өсөнсө этабында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Ярыш кисә Испанияның Салоу ҡалаһында тамамланды.

«Салоу Опен» халыҡ-ара турнирына 138 ҡатнашыусы, шул иҫәптән «Башнефть» профессиональ шашка клубы спортсылары Александр Георгиев, Айнур Шәйбәков, Муродулло Амриллаев, Айгөл Иҙрисова килде.

Егерме ике халыҡ-ара гроссмейстер ҡатнашлығындағы уйында ғәмәлдәге чемпион Александр Георгиев еңеү яуланы. Уның артынса Айнур Шәйбәков, Муродулло Амриллаев — бишенсе. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Айгөл Иҙрисова — етенсе.

Этап йомғаҡтары буйынса Донъя кубогының дөйөм положениеһы үҙгәрҙе. Айнур Шәйбәков өсөнсө урынға күсте, Александр Георгиев — дүртенсе, Муродулло Амриллаев — туғыҙынсы.

Былтырғы уйында еңеүсе булған Тамара Танһыҡҡужина Салоу ҡалаһында үткән ярышта ҡатнаша алманы. Испанияла Наталия Садовска (Польша) еңеү яуланы, Тамара Танһыҡҡужина икенсе урында, өсөнсөлә — Айгөл Иҙрисова.

Донъя кубогының киләһе этабы быйыл 4-10 сентябрҙә Польшаның Карпач ҡалаһында уҙа, тип хәбәр иттеләр «Башнефть» шашка клубының матбуғат хеҙмәтендә.