9 декабрь, Йома

24 май 2016 йыл, 16:23

Өфө кешеһенең уртаса йәше — 35

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 24 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Өфө — илдә 2008 йылдан алып халыҡтың тәбиғи үҫеше күҙәтелгән берҙән-бер миллионлы ҡала.

«Быйыл тәүге өс айҙа республиканың баш ҡалаһында дүрт меңдән ашыу сабый донъяға килгән, был уҙған йыл менән сағыштырғанда 6,5 процентҡа күберәк. Халыҡтың тәбиғи үҫеше 1232 кеше тәшкил иткән. Үлем осраҡтары 6,6 процентҡа кәмегән. Тыуымдың артыуы һәм үлем кимәленең кәмеүе — яҡшы күрһәткес», — тип билдәләне 2016 йылдың тәүге кварталында Өфөнөң социаль-иҡтисади үҫеше йомғаҡтарына арналған матбуғат конференцияһында ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдар Хәсәнов.

Әлеге ваҡытта баш ҡалала рәсми теркәлгән 1,121 миллион кеше йәшәй. Уларҙың яртыһы тиерлек — хеҙмәткә һәләтле кешеләр. Икенсе яртыһы — балалар, йәштәр һәм пенсионерҙар. Шуның менән бергә өфөләрҙең уртаса йәше — 35.

темалар: тыуым, өфө