3 декабрь, Шәмбе

24 май 2016 йыл, 15:54

Өфөлә «Газ. Нефть. Технологиялар – 2016» күргәҙмәһе асылды

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 24 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 24 майҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов XXIV «Газ. Нефть. Технологиялар – 2016» халыҡ-ара күргәҙмәһен асыу тантанаһында ҡатнашты.

– Нефть һәм газ Рәсәй, Башҡортостан иҡтисадының үҫешен билдәләй. Оҙаҡ ваҡыт шулай буласаҡ әле. Нефть һәм газ тармағын үҫтереү өсөн яңы технологиялар, яңы алымдар, киләсәктә ниҙәр эшләргә, нисек ресурстар йәлеп итергә кәрәклеген аңлайбыҙ. Беҙгә ошо тармаҡты мәғлүмәтләштереү мөһим, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн тармаҡтың заман талаптарына яуап биреүен күрәбеҙ. Бер үк ваҡытта импортты алмаштырыу, асыштар яһау һәм ошо фәнни тикшеренеүҙәрҙе киң  ҡулланышҡа индереү йәһәтенән эшләү зарур.

– Өфөләге күргәҙмә нефть һәм газ берләшмәһенең инженер ҡеүәтен күрһәтә, – тине Рәсәй Нефть һәм газ сәнәғәтселәре союзы президенты Геннадий Шмаль. – Башҡортостан нефтселәре, төҙөүселәре һәр саҡ тармаҡтағы байтаҡ эштәрҙең башында торҙо. Мин «Буринтех», «Пакер», «ОЗНА», «Газпром трансгаз Өфө» кеүек предприятиеларҙы күҙ уңында тотам.

Рөстәм Хәмитов тәҡдим ителгән техника һәм ҡорамалдарҙың өлгөләре, шулай уҡ Рәсәйҙең, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙең нефть, газ һәм химия тармағы предприятиеларының экспозициялары менән танышты.

24-27 майҙа Өфөлә «Газ. Нефть. Технологиялар – 2016» күргәҙмәһе уҙа. Унда илдең 40 төбәгенән, 12 яҡын һәм алыҫ сит илдән, шул иҫәптән Ҡытайҙан һәм Белоруссиянан 400-гә яҡын компания ҡатнаша.

Быйыл күргәҙмә һәм Рәсәй нефть һәм газ химияһы форумы бер майҙанда ойошторолдо. Программала биш секция, 11 конференция, һигеҙ семинар һәм дүрт түңәрәк өҫтәл үткәреү ҡаралған. Төп темалар — бөгөнгө иҡтисади шарттарҙа илдең нефть һәм газ химияһын үҫтереүҙең төп проблемалары һәм йүнәлештәре, импортты алмаштырыу мәсьәләләре, аҙ тоннажлы һәм айырыуса таҙа химия мөмкинлектәре, нефть-газ һәм нефть химияһы сәнәғәтендә техник көйләү проблемалары.