5 декабрь, Дүшәмбе

24 май 2016 йыл, 15:04

Республиканың баш ҡалаһында торлаҡ төҙөлөшө темпы үҫә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 24 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Быйыл тәүге дүрт айҙа Өфөлә 150 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған, был уҙған йыл менән сағыштырғанда һигеҙ процентҡа күберәк. Ошо хаҡта баш ҡала хакимиәтендә ағымдағы йылдың тәүге кварталында ҡаланың социаль-иҡтисади үҫеше йомғаҡтарына арналған  матбуғат конференцияһында хәбәр иттеләр.

Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдар Хәсәнов билдәләүенсә, инвестициялар үҫешенә тәү сиратта ҡалала торлаҡ төҙөлөшөнөң йылдам үҫешеүе ҙур йоғонто яһаған.

Быйыл ғинуар-апрель айҙарында Башҡортостан йорттарҙы сафҡа индереү буйынса Волга буйы федераль округында икенсе урын яуланы. Йән башына иҫәпләнгән торлаҡты сафҡа индереү буйынса республика округта бишенсе урында килә.

2016 йылдың тәүге дүрт айында төбәктә дөйөм майҙаны 632,2 мең квадрат метрлыҡ 7551 фатир сафҡа индерелгән. Был үткән йыл менән сағыштырғанда 6,5 процентҡа кәмерәк. Башҡортостан Татарстандан ғына ҡалышты, унда 799 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән.

Ғинуар-апрель айҙарында һәр мең кешегә 155 квадрат метр яңы торлаҡ тура килгән.