5 декабрь, Дүшәмбе

24 май 2016 йыл, 14:18

«Рәсәй Башҡортостан» телеканалы журналистары Трехгорный ҡалаһында Аксаков көндәрендә ҡатнашты

фото: «Башҡортостан» ДТРК-һы

ӨФӨ, 2016 йыл, 24 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. «Ал сәскә» акцияһы сиктәрендә «Рәсәй Башҡортостан» телеканалының ижади төркөмө Трехгорный ҡалаһына командировкаға барҙы. Унда Аксаков көндәре уҙҙы.

Силәбе өлкәһендә ябыҡ тораҡ пункт алтынсы йыл инде Өфөнән билдәле яҙыусы, Халыҡ-ара Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте фондының вице-президенты, Аксаков фонды рәйесе Михаил Чванов етәкселегендәге мәҙәни делегацияларҙы ҡабул итә.

Трехгорныйҙағы үҙәк ҡала балалар китапханаһы 2010 йылдан алып Сергей Аксаков исемен йөрөтә. Айырым уҡыу залы ла танылған яҙыусы хөрмәтенә аталған, биҙәү эштәрен башҡарырға Өфөләге Аксаковтың йорт-музейы хеҙмәткәрҙәре ярҙам иткән.

«Аксаков көндәренән тыш, ҡала менән дә танышыу мөмкинлеге булды», — тип һөйләне «Башҡортостан» ДТРК-һы хәбәрсеһе Александр Колинченко. — Совет заманында төҙөлгән биналар бөтөнләй үҙгәрмәгән тиерлек, магазиндар һаман да гастроном тип атала. Урындағы халыҡ үткәненә һаҡсыл ҡарай. Хәҙер ҡалала суйындан һәйкәлдәр ҡойған Каслин оҫталарының кәсебе тергеҙелә. Атом ҡоралы өлгөләре ҡуйылған музей бар», — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты журналист.

Трехгорный ҡалаһынан репортаж 25 майҙа иртәнге сәғәт 8-ҙә «Мәҙәниәт Башҡортостан» телеканалында эфирға сыға.

«Ал сәскә» әҙәби акцияһы 1 июндә Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә тамамлана.

Тулыраҡ мәғлүмәт — «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге «Башҡортостан» ДТРК-һы төркөмөндә.