7 декабрь, Шаршамбы

24 май 2016 йыл, 12:58

Баш ҡалалағы Рәсәй нефть һәм газ химияһы форумында импортты алмаштырыу мәсьәләләре тикшерелә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 24 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөлә Рәсәй нефть һәм газ химияһы форумы һәм XXIV «Газ. Нефть. Технологиялар» халыҡ-ара күргәҙмәһе асылды. Сараны асып, республика Башлығы Рөстәм Хәмитов тармаҡты мәғлүмәтләштереүҙең мөһимлеген билдәләне. Ул шулай уҡ иғтибарҙы көнбайыш технологияларынан ситкә йүнәлтергә кәрәклеген белдерҙе. «Өфөләге күргәҙмә тармаҡтың импортҡа бәйле булмауын асыҡ күрһәтә», — тип билдәләне Рәсәй Нефть һәм газ сәнәғәтселәре союзы президенты Геннадий Шмаль. Рәсәй Химиктар союзы советы ағзаһы, «Башинвест» компаниялар төркөмөнөң директорҙар советы ағзаһы Юрий Филалеев тиҙҙән «Газпром нефтехим Салауат» акрил кислотаһы һәм акрилаттар етештерә башлаясағын иҫкә төшөрҙө.

Форум дүрт көн буйына эшләй. Уның барышында ойоштороусылар 20-нән ашыу конференция, түңәрәк өҫтәлдәр, семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре һәм махсус секциялар планлаштырған. Бер нисә осрашыу шәхси технологияларҙы үҫтереү мәсьәләләренә арнала. Мәҫәлән, 27 майҙа стратегик секция импортты алмаштырыу мәсьәләләрен ҡарай.

Сара «ВДНХ-Экспо» комплексында һәм Өфө дәүләт нефть техник университетында уҙа. Бер үк ваҡытта ҙур күргәҙмә эшләй, унда Белоруссия һәм Ҡытай предприятиелары ҡатнаша.