3 декабрь, Шәмбе

24 май 2016 йыл, 12:14

Өфөлә Башҡортостандың III Граждандар форумы эш башланы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 24 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә Башҡортостандың III Граждандар форумы эш башланы. Әлеге сара төбәктең социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләре буйынса йәмғиәт, эшҡыуарлыҡ һәм власть араһында үҙ-ара эш итеү өсөн эш майҙансығы булып тора. Бында коммерцияға ҡарамаған йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре өҫтәмә белем ала, социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың уңышлы тәжрибәһе менән таныша.

III Граждандар форумы барышында бай эшлекле, белем биреү һәм таныштырыу программаһы ҡаралған. Оҫталыҡ дәрестәре һәм дискуссия, һөйләшеүҙәр, иң яҡшы социаль тәжрибәләр менән таныштырыу үтә.

Пленар сығыштар, дискуссия һәм тематик майҙансыҡтар процесында граждандар йәмғиәтен үҫтереү стратегияһына һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың республиканың социаль-иҡтисади, территориаль үҫешендә ҡатнашыу кимәлен арттырыу йәһәтенән тәҡдимдәр әҙерләнәсәк. Форумда ҡараласаҡ төп мәсьәләләрҙең береһе — социаль хеҙмәтләндереү өлкәһен өлөшләтә хосусилаштырыу һәм дәүләткә ҡарамаған ойошмаларҙы халыҡҡа социаль хеҙмәттәр күрһәтеүгә йәлеп итеү буйынса саралар комплексын ғәмәлгә ашырыу.

Форумда Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы, төбәктәрҙең Йәмәғәт палаталары вәкилдәре, эксперттар берләшмәһе, республиканың закон сығарыу һәм башҡарма власть, урындағы үҙидара органдары, эшҡыуарлыҡ структуралары, Йәмәғәт советтары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, әүҙем граждандар ҡатнаша.