Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Төбәктә Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көнө киң билдәләнә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 24 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

24 майҙа Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көнө билдәләнә. Был көндә славян халыҡтарында яҙма булдырған Кирилл һәм Мефодийҙы данлау ҡабул ителгән.

Изгеләр Кирилл һәм Мефодий Грецияның Солуни ҡалаһында тыуған. Улар монастырҙа грек алфавиты нигеҙендә славян әлифбаһын төҙөгән. Ағалы-ҡустылы бер туғандар үҙҙәренең әлифбаһын IX быуаттың икенсе яртыһында, яҡынса 863 йыл элек төҙөгән, тип иҫәпләй ғалимдар. Яңы алфавит «кириллица» исемен алған. Кирилл һәм Мефодий славяндар өсөн грек теленән Евангелие, Псалтырь һәм башҡа дини текстарҙы ла тәржемә иткән.

Йыл һайын Башҡортостанда Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көнөнә арналған саралар ойошторола. Быйыл республика ҡала һәм ауылдарында ошо байрам уңайынан тантаналы саралар аҙна буйына барҙы.  

Бөгөн, 24 майҙа, Өфөләге «Башҡортостан» дәүләт концерт залы алдындағы майҙанда байрам концерты була. Республика Мәҙәниәт министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, концертта Башҡортостандың Дәүләт академия хор капеллаһы, «Йәш ижадсы» йәштәр үҙәгенең «Моң» ансамбле, «Етенсе күк» ансамбле, балалар хор коллективтары һәм йәштәр коллективтары сығыш яһай. Сара көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть