7 декабрь, Шаршамбы

24 май 2016 йыл, 10:01

Баш ҡалала милли кейемдәр марш-парады уҙа

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 24 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 28 майҙа Өфөлә милли кейемдәр марш-парады уҙа. Марш-парад колоннаһы көндөҙгө сәғәт 4-тән киске 6-ға тиклем Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрынан алып Салауат Юлаев майҙанына тиклем һуҙыласаҡ. Республика Мәҙәниәт министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, марш-парадҡа теләгән һәр кем ҡушыла ала.

Тамашасылар интерактив программаға әүҙем йәлеп ителәсәк. Башҡорт милли кейеме байрамы барышында «Башҡортса кейен» бейеү флешмобы, тамашасылар менән уйын-викторина, «Мин башҡорт кейемендә!» селфи-шоуын ойоштороу ҡаралған. Башҡорт эстрадаһы йондоҙҙарының ҡатнашыуы көтөлә.

Салауат Юлаев майҙанында «Йәйләү» тарихи реконструкцияһы, этнография һәм сәхнә костюмдары конкурсы уҙғарыла, милли кейемдәр һәм биҙәүестәр күргәҙмә-йәрминкәһе ойошторола.

Кисен Өфө амфитеатрында «Урал моңо» халыҡ-ара төрки йәштәр фестиваленең гала-концертын ҡарарға мөмкин.