Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала сәсеү кампанияһы тамамланыуға яҡынлаша

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 23 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостанда сәсеү кампанияһы тамамланыуға бара. Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, 1,9 миллион гектар майҙанда яҙғы сәсеү башҡарылған, был пландың 93 процентын тәшкил итә.

Бөгөн Белорет районында сәсеү эштәре тулыһынса тамамланған. Әлшәй, Баҡалы, Балтас, Дүртөйлө, Ейәнсура, Илеш, Краснокама, Стәрлебаш, Тәтешле һәм Шаран райондарында сәсеү һуңғы гектарҙарҙа бара.

Яҙғы һәм ҡуҙаҡлы культуралар 1,2 миллион (97 процент), шәкәр сөгөлдөрө — 49,3 мең (98), көнбағыш — 202,2 мең (101), орлоҡҡа кукуруз 19,4 мең (97) гектар майҙанда сәселгән.

Министрлыҡта билдәләүҙәренсә, бер йыл элек республикала яҙғы сәсеү 1,1 миллион гектарҙа, йәғни планлаштырылған майҙандарҙың 54 процентында башҡарылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть