6 декабрь, Шишәмбе

23 май 2016 йыл, 16:55

Был аҙнала төбәктә 30 градус эҫе буласаҡ

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 23 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Был аҙнала Башҡортостанда эҫе буласаҡ, тип хәбәр итә республика гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы.

Дүшәмбе, 23 майҙа, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе ихтимал. Һауа температураһы төндә 10-15, көндөҙ 22-27 градус йылы.

Шишәмбе, 24 майҙа, көндөҙ термометр бағанаһы 23-28, төндә 10-15 градус күрһәтәсәк.

Шаршамбы, 25 майҙа, яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа температураһы көндөҙ 29-30 градусҡаса етәсәк.

Аҙна аҙағында республиканың төньяғында йәшенле ямғыр яуыуы һәм елдең көсәйеүе ихтимал.