9 декабрь, Йома

23 май 2016 йыл, 15:47

Башҡортостандың йыйылма командаһы — «Туриада-2016» спорт-туристик лагерында еңеүсе

фото: Башҡортостан буйынса Баш федераль инспекторҙың матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 23 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостан вәкилдәре «Туриада-2016» спорт-туристик лагерында беренсе урын яуланы. Еңеүселәргә награданы Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич тапшырҙы.

18-22 майҙа Һарытау өлкәһендә спорт-туристик лагеры уҙҙы. Быйыл унда Волга буйы федераль округының бөтә төбәктәренән 700-гә яҡын ҡатнашыусы — урындағы спорт-туристик слеттарҙа еңеүселәр һәм профилле белгеслек студенттары йыйылды. Программа сиктәрендә спорт туризмы буйынса Волга буйы федераль округы беренселеге ойошторолдо.Танып белеү туризмы программаһына «Яратам һине, Волга буйы» темаһына видеоконкурс, төбәк-ара туристик маршруттар әҙерләү буйынса ярыш, төбәктәрҙең туристик ҡеүәте менән таныштырыу саралары, брэйн-ринг, бард йыры конкурсы инде.

«Был — «Туриада»ла өсөнсө еңеүебеҙ. 2013, 2014 йылдарҙа ла Башҡортостан вәкилдәре еңеүгә өлгәшкәйне. Республикала туризм мәктәбе көслө тип ғорурлыҡ менән әйтә алабыҙ. Йыл һайын йыйылма команданың төп составында Бөрө балалар туризмы үҙәге һәм ҡаланың туризм, тыуған яҡты өйрәнеү, экскурсиялар үҙәге тәрбиәләнеүселәре сығыш яһай. Округ ярыштары еңеүселәре булараҡ, беҙгә Сочиҙа йәштәр туризмы фестивалендә Волга буйы федераль округы намыҫын яҡлау бурысы йөкмәтелде. Лайыҡлы сығыш яһарға тырышырбыҙ», — тине республика командаһы етәксеһе Николай Пестов.

Волга буйы федераль округында 26 милли парк һәм ҡурсаулыҡ эшләй, улар төбәктәрҙең тәбиғи төрлөлөгөн һаҡлау буйынса ҙур эш, ғилми һәм туристик эшмәкәрлек алып бара.