3 декабрь, Шәмбе

23 май 2016 йыл, 14:10

Республикала йәйге һауыҡтырыу кампанияһына 1,5 миллиард һум тотоноласаҡ

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2016 йыл, 23 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанда балаларҙың ялын ойоштороуға һәм уларҙы һауыҡтырыуға 1 миллиард 566,2 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған. Быйыл республикала 2680 балалар һауыҡтырыу ойошмаһы үҙ ишеген аса. Волга буйы федераль округы төбәктәрен йәйге кампанияны үткәреүгә әҙерләү мәсьәләһе буйынса округ кәңәшмәһендә ошондай мәғлүмәттәр килтерелде. Сара Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Алһыу Ғәйнетдинова рәйеслегендә уҙҙы.

Кәңәшмәлә төбәк башҡарма власть органдары етәкселәре, Роспотребнадзор һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының территориаль идаралыҡ вәкилдәре ҡатнашты. Лагерҙарҙа уҡыусыларҙың ялын хәүефһеҙ ойоштороу мәсьәләһенә айырыуса иғтибар бүленде.

Планлаштырылған 1,5 миллиард һумдан тыш, төбәктә һауыҡтырыу учреждениеларына һәм шифахана-курорт ойошмаларына юлламалар алыу өсөн аҡса ойошмалар, ата-әсәләр, профсоюздар иҫәбенә булдырыла. Быйыл ҡала ситендәге һауыҡтырыу лагерҙарына юлламаның уртаса хаҡы — 15 687, шифаханаларға 18 200 һум тәшкил итә.

Бөтәһе 329 мең баланы йәлеп итеү ҡарала, был дөйөм һандан 80,3 процент, шул иҫәптән 9000 етем һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған балалар. Ошо маҡсатта 111 092,10 мең һум күләмендә аҡса ҡаралған. Һуңғы өс йылда был сумма үҙгәрмәй, тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса Баш федераль инспекторҙың матбуғат хеҙмәте.