5 декабрь, Дүшәмбе

23 май 2016 йыл, 12:50

Күмертауҙа моноҡаланы үҫтереү өсөн проект менеджеры тәғәйенләнгән

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 23 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Күмертауҙа моноҡаланы үҫтереү өсөн проект менеджеры тәғәйенләнгән. Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды ҡарамағындағы проект комитеты үҫеш пилот программаһын тормошҡа ашырыу өсөн 11 ҡалаға беркетелгән менеджерҙар исемлеген раҫланы. Улар федераль аҡсалар һәм шәхси инвестициялар йәлеп итергә ярҙам итәсәк. Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, Күмертауҙың проект менеджеры итеп Моноҡалаларҙы үҫтереү фондының генераль директоры кәңәшсеһе Андрей Мигаль тәғәйенләнгән. Ҡала властары менән бергә Күмертауҙы комплекслы үҫтереү программаһына инәсәк проекттарҙы һәм сараларҙы билдәләү уның тәүге бурыстарының береһе буласаҡ. Пилот программаһы уңышлы ғәмәлгә ашырылған осраҡта был тәжрибә бөтә моноҡалаларҙа ла ҡулланыласаҡ, тип иҫкә төшөрҙөләр министрлыҡта.