9 декабрь, Йома

23 май 2016 йыл, 12:17

Башҡортостан студенттары «Рәсәй студент яҙы» фестиваленән еңеү менән ҡайтты

фото: Рәсәй Йәштәр союзының төбәк бүлексәһе

ӨФӨ, 2016 йыл, 23 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Ҡазанда «Рәсәй студент яҙы» фестивалендә ҡатнашыусыларҙың сығышы тамамланды. Унда илдең 2500-ҙән ашыу юғары уҡыу йорто студенттары ҡатнашты. Башҡортостан делегацияһы бер юлы бер нисә номинацияла еңеү яуланы.

Башҡорт дәүләт университетының «Ирәндек» халыҡ бейеүҙәре ансамбле халыҡ бейеүҙәрендә I дәрәжә лауреат, Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты Тимур Чугаев эстрада бейеүҙәрендә II дәрәжә лауреат, Өфө дәүләт нефть техник университетынан Лилиә Ҡолсәйетова «цирк» номинацияһында III дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды, БДУ-нан Закир Аралбаев яңғыҙ бейеүҙә өсөнсө урын алды, «Ирәндек» ансамбле триоһы ла өсөнсө урында.

Ҡазанда Студент яҙын ойоштороусылар жюриға дүрт тиҫтәнән ашыу экспертты йәлеп иткән. Улар иҫәбендә MTV телеканалының Рәсәйҙәге филиалының генераль директоры Яна Чурикова, хореограф Егор Дружинин, Рәсәйҙең халыҡ артисы Аскольд Запашный, алып барыусы Борис Корчевников, «Уральские пельмени» шоуын ойоштороусы Сергей Нетиевский, театр һәм кино актеры Александр Носик, «Пицца» төркөмө солисы Сергей Приказчиков бар. Кисен ҡайһы бер жюри ағзалары фестивалдә ҡатнашыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте.

«Гала-концерттан һуң студенттарҙың күҙҙәрендә осҡон ҡабыныуын күрҙем. Хәҙер улар артабан үҫешергә, профессионаллек өҫтөндә эшләргә, ҡабатланмаҫ номерҙар уйлап табырға теләй. Киләһе йылда улар тағы ла яҡшыраҡ сығыш яһар тип ышанам», — тип уртаҡлашты делегация етәксеһе Екатерина Зырянова.

2017 йылда һәләтле студенттар Тула ҡалаһына йыйыла. XXV «Бөтә Рәсәй студент яҙы» фестивале тап ошонда уҙа.

темалар: студент яҙы