5 декабрь, Дүшәмбе

23 май 2016 йыл, 11:26

Рөстәм Хәмитов велоуҙышта ҡатнашыусылар колоннаһын етәкләне

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 23 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 22 майҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Халыҡ-ара велосипедсылар көнөнә арналған «1000 велосипедсы көнө» асыҡ ҡала фестивалендә ҡатнашты. Республика етәксеһе велоуҙышта ҡатнашыусылар менән бергә Ленин исемендәге майҙандан Конгресс-холға тиклем велосипедта үтте.

Юлдың оҙонлоғо 10 саҡрым тәшкил итте, трассаны үтеү ваҡыты — бер сәғәт самаһы. Өфөлә алтынсы тапҡыр ойошторолған спорт байрамында 11,5 мең кеше ҡатнашты. Фестивалдә Рөстәм Хәмитов велосипедсылар хәрәкәтенең әүҙем ағзалары менән ҡаланың велосипед инфраструктураһын үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе. Республика Башлығы барыһын да спорт менән әүҙем шөғөлләнергә саҡырҙы.

«Ысынында иһә барыһын да велосипед спорты менән шөғөлләнергә саҡырам. Бөгөн меңдәрсә йәш кешенең велосипедта йөрөүе — шатлыҡлы күренеш. Өлкән быуынға ла кәңәш итәм. Оялырға ярамай. Урамға сығып йүгерергә, зарядка яһарға, саңғыла шыуырға, велосипедта йөрөргә кәрәк. Спорт һәм физик культураға бәйле бөтә нәмә лә һәйбәт», —  тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

«1000 велосипедсы көнө» фестивале Өфөлә тәүге тапҡыр 2011 йылдың майында уҙғарылды. Сарала баш ҡаланан һәм яҡын-тирәләге райондарҙан меңдәрсә кеше ҡатнашты. 2012 йылда уларҙың һаны 2 меңгә, 2013 йылда – 3,5, 2014 йылда – 5,5, 2015 йылда 8 меңгә етте.

Фестиваль республиканан да ситтә яҡшы билдәле. Унда илдең төрлө ҡалаларынан туристар һәм делегациялар ҡатнаша. Сараның төп маҡсаты – халыҡты сәләмәт ялға йәлеп итеү өсөн Башҡортостанда велосипедсылар хәрәкәтен үҫтереү. Велоуҙышта теләгән һәр кем ҡатнаша ала.