11 декабрь, Йәкшәмбе

20 май 2016 йыл, 18:04

Рөстәм Хәмитов 2016 йылда Берҙәм дәүләт имтиханын үткәреү буйынса селектор кәңәшмәһендә ҡатнашты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 20 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 20 майҙа Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Ольга Голодец 2016 йылда төбәктәрҙең Берҙәм дәүләт имтиханын үткәреүгә әҙерлеге тураһында видеоселектор кәңәшмә уҙғарҙы. Унда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.

Быйыл Берҙәм дәүләт имтиханын ваҡытынан алда биреү осоронда 15 304 кеше ҡатнашты. Илдең 81 субъектында имтихандар уҙғарылды. Бөтәһе 172 имтихан тапшырыу пункты йәлеп ителде.

Ольга Голодец әйтеүенсә, БДИ-ның төп этабында 750 меңдән ашыу кеше ҡатнашасаҡ, уларҙың 640 меңдән ашыуы мәктәпте былтыр тамамлаған. Бөтәһе 5 776 имтихан биреү пункты эшләйәсәк. Төп этап 27 майҙа әҙәбиәт һәм география буйынса БДИ-нан башлана.

Ултырыш йомғаҡтары буйынса Хөкүмәт Рәйесе урынбаҫары губернаторҙарға БДИ-ла видеокүҙәтеү мәсьәләһен шәхси контролдә тоторға ҡушты.

– Имтихан тапшырыуҙы яҙҙырыу кәрәк булған осраҡта бәхәсле хәлдәрҙе ғәҙел хәл итергә мөмкинлек бирә, – тине ул.

Быйыл Башҡортостанда 20 472 кеше, шул иҫәптән 18 956 мәктәп тамамлаусы Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырырға йыйына. Был уҙған йыл менән сағыштырғанда мең кешегә тиерлек аҙыраҡ. 104 имтихан биреү пункты асыласаҡ, шул иҫәптән өсәүһе колониялар эргәһендә һәм берәүһе юл-транспорт ваҡиғаһына тарыған уҡыусы өсөн.

Онлайн-күҙәтеү алып барылған аудиториялар һаны 50-нән 75 процентҡа тиклем арттырылған. 75 пункт ошондай режимда эшләйәсәк. Шулай уҡ Мәғлүмәтте эшкәртеү төбәк үҙәгендә һәм Мәғарифты үҫтереү институты кабинеттарында видеокүҙәтеү системалары ҡуйылған. Унда республиканың предмет һәм конфликт комиссияһы урынлашҡан. Бөтә пункттар стационар йәки күсмә металл эҙләүсе ҡорамалдар менән йыһазландырылған.