6 декабрь, Шишәмбе

20 май 2016 йыл, 16:05

«Юлдаш» радиоһы инвалид балаларға ярҙам йөҙөнән «Күңел йылыһы» марафонын ойошторҙо

фото: «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы

ӨФӨ, 2016 йыл, 20 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 20 майҙа «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы «Күңел йылыһы» тип аталған марафон үткәрә. Сара Башҡортостандың «Әсә йөрәге» әсәләр советы төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә ойошторолдо.

Төп маҡсат — һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға, шулай уҡ инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә мәғлүмәти һәм матди ярҙам күрһәтеү.

Марафон барышында уңайлы мөхит, инклюзив белем биреү, коррекция мәктәптәрендә уҡыу, спорт менән шөғөлләнеү, шифахана-курорт дауалауы, социаль страховкалау, инвалид балаларҙың ижади бәйгеләрҙә ҡатнашыуы мәсьәләләре күтәрелә. Унда инвалид балалар менән шөғөлләнгән ойошмалар, табиптар, уҡытыусылар, Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы вәкилдәре, инвалид балалар ҡатнаша.

Башҡортостандың «Әсә йөрәге» әсәләр советы төбәк йәмәғәт ойошмаһы махсус иҫәп асты. Бөтә аҡса инвалид балаларҙы социаль реабилитациялауға йүнәлтелә. Иҫәптең реквизиттары — «Юлдаш» радиоһының рәсми сайтында һәм «Бәйләнештә» төркөмөндә.

Радиомарафон киске сәғәт 9-ға тиклем дауам итә. Алып барыусыларға һәм ҡунаҡтарға (347) 273-88-66, 273-68-47 телефондары буйынса тура эфирҙа һорауҙар бирергә мөмкин.