Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала талпандан зыян күргәндәрҙең һаны арта

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 20 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡортостанда талпандан зыян күргәндәрҙең һаны арта. Республика буйынса Роспотребнадзор идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 19 майға талпандан тешләнгән 3753 кеше, шул иҫәптән 1249 бала медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән. Уҙған аҙнала ғына был һан 2496 (812 бала) тәшкил иткән.

Төбәктә талпан энцефалиты һәм боррелиоз менән сирләү осраҡтары теркәлмәгән.

Әммә Гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияһында тикшерелгән 2756 талпандың 155-е энцефалит вирусы менән зарарланған. 212 бөжәктә боррелиоз сирен ҡуҙғытыусы вирус табылған.

Белгестәр тәбиғәткә сыҡҡанда һаҡланыу сараларын күрергә — тәнде ҡаплаған махсус кейем кейергә һәм махсус препараттар ҡулланырға кәңәш итә. Талпан кешегә ҡаҙалғанда бер ниндәй ҙә ауыртыу һиҙелмәй, шуға күрә үҙеңде даими тикшереп торорға кәрәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть