8 декабрь, Кесе йома

20 май 2016 йыл, 14:37

«UFA-Kuraifest» музыкаль форумында виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов ҡатнаша

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 20 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 27 майҙа «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале барышында Өфө амфитеатрында «UFA-Kuraifest» музыкаль форумы ойошторола. Программаның төп геройы —  милли уйын ҡоралы ҡурай.

Ҡурайҙың яңғырашы заманса стилдәр менән ҡушыласаҡ, эстрада-джаз оркестры, этно-рок төркөмдәр сығыш яһаясаҡ. Виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың сығышы байрамға йәм өҫтәйәсәк. Музыкант ҡумыҙҙа «Сал быуаттар ауазы» һәм «Ритм» композицияларын башҡарасаҡ.

Сара хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт — «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестиваленең рәсми сайтында.

Миңлеғәфүр Зәйнетдинов — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы, республика һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, «Риүәйәт» фольклор төркөмө етәксеһе.