Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Өфөлә сауҙа һәм дөйөм туҡланыу предприятиеларының вакансиялар йәрминкәһе уҙа

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 20 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Өфөләрҙе сауҙа һәм дөйөм туҡланыу предприятиелары, ҡунаҡхана һәм ресторандарҙың вакансиялар йәрминкәһенә саҡыралар. Ул 26 майҙа баш ҡалалағы Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә үтә.

«Башинформ» агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, йәрминкәлә кондитер, һауыт-һаба йыуыусы, администратор, йыйыштырыусы, бармен, ашнаҡсы, склад мөдире, кассир, менеджер, йөксө, официант, һатыусы һөнәрҙәре тәҡдим ителә.

Йәрминкәне үткәреү урыны һәм ваҡыты: Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 12-гә тиклем.

Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай күрһәтелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть