5 декабрь, Дүшәмбе

20 май 2016 йыл, 12:51

Башҡортостанда «Йондоҙ» инженерҙар олимпиадаһында еңеүселәр бүләкләнде

фото: Рәсәй Машиналар эшләү союзы

ӨФӨ, 2016 йыл, 20 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Өфө дәүләт авиация техник университетында «Йондоҙ» инженерҙар олимпиадаһы еңеүселәре һәм призерҙары бүләкләнде. Уның ойоштороусыһы — Рәсәй Машина эшләүселәр союзы, Мәғариф һәм фән министрлығы.

Бүләкләү тантанаһында Өфө дәүләт авиация техник университетының уҡытыу эштәре буйынса проректоры, физика-математика фәндәре докторы, профессор Наил Зарипов, Рәсәй Машина эшләүселәр союзының Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәкселеге, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе, Өфө агрегат етештереү берекмәһе, Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе, «Солитон» ғилми-тикшеренеү институты һәм республиканың башҡа сәнәғәт предприятиелары вәкилдәре ҡатнашты.

10-11 класс уҡыусылары араһында үткәрелгән олимпиада призерҙарына һәм еңеүселәренә Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенән һәм илдең Машиналар эшләү союзының төбәк бүлексәһенән иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Олимпиадала Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се гимназияһы уҡыусыһы Тимур Сәлимов еңеү яуланы. Өфөнән һигеҙ уҡыусы III дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Бәйгелә бөтәһе 130-ға яҡын уҡыусы ҡатнашты.

Рәсәй Машина эшләүселәр союзы төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, «Йондоҙ» инженерҙар олимпиадаһы призерҙары ике предмет буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы тапшырған осраҡта (75 балдан кәм түгел) техник вуздарға уҡырға инеү йәһәтенән өҫтөнлөклө хоҡуҡҡа эйә.