10 декабрь, Шәмбе

20 май 2016 йыл, 12:11

Рөстәм Хәмитов VI Социаль психиатрия һәм наркология буйынса милли конгреста ҡатнашыусылар менән осрашты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 20 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 19 майҙа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов В.П.Сербский исемендәге психиатрия һәм наркология федераль медицина тикшереүе үҙәгенең генераль директоры Зураб Кекелидзе һәм Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы Европа төбәк бюроһының психик сәләмәтлекте һаҡлау буйынса программа етәксеһе Мэтт Мьюджин менән осрашты. Улар Өфөлә VI Социаль психиатрия һәм наркология буйынса милли конгреста ҡатнашты.

– Республикабыҙҙа башҡарған эшегеҙ өсөн рәхмәт әйткем килә. Социаль психиатрия һәм наркология буйынса бик мөһим конгресс. Республикабыҙ, илебеҙ өсөн әһәмиәтле темалар, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙгә килгәндә, Республика клиник психотерапия үҙәген нығытыу буйынса эште дауам итәбеҙ. Алдағы бер нисә йылға эш планы билдәләнгән. Ҙур клиника төҙөләсәк. Дөйөм алғанда, үҙәктең эше ыңғай баһалана. Муниципалитеттарҙа ла яңы үҙәктәр асыла. Ошо йүнәлештә әүҙем эшләгән төбәктәр күп түгелдер, тип уйлайым.

Зураб Кекелидзе республика Башлығына конгресты юғары кимәлдә ойошторғандары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм төбәктең һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштарын билдәләне.

– Өфөлә, Башҡортостанда психиатрия, психотерапия хеҙмәттәре яҡшы эшләй. Конгресты Өфөлә үткәреү тураһында фекер алышҡанда төп маҡсат ғәмәлдә эшләгән хеҙмәтте күрһәтеү ине, – тип һөйләне Зураб Кекелидзе. – Үҙәкте, биналарҙы ҡарап сыҡтыҡ. Персоналдың ҙур ҡыҙыҡһыныуы күренә. Ҡунаҡтарҙың тәьҫораттары һәйбәт.

Мэтт Мьюджин әйтеүенсә, психиатрия өлкәһендә дауалау ғына түгел, иҫкәртеү эше лә мөһим. Шуға күрә Рәсәйҙә тәүге медицина учреждениелары селтәрен үҫтерергә кәрәк. Кешеләр унда башланғыс этапта уҡ ярҙам аласаҡ.

– Шуныһы ҡыуаныслы: республика етәкселеге ошо мәсьәләләргә ҙур иғтибар бүлә. Был бик һирәк күренеш, – тине Зураб Кекелидзе журналистар менән аралашҡанда. – Кәңәшмәлә тап Өфө, Мәскәү һәм Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының үҙ-ара эш итеү мәсьәләһе тикшерелде. Был Өфөгә генә түгел, барыһына ла файҙалы буласаҡ, сөнки һеҙҙең тәжрибәне илдең башҡа төбәктәрендә лә тарата алабыҙ. Был – ҙур ҡаҙаныш.