Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала Баҡсасыларҙың йәмәғәт хәрәкәте ойошторола

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 20 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостанда Баҡсасыларҙың йәмәғәт хәрәкәте ойошторола. 19 майҙа Өфөлә баҡсасылар берекмәһе вәкилдәренең беренсе съезында шундай ҡарар ҡабул ителде. Форумға баҡсасыларҙың 400-ҙән ашыу вәкиле килде. Съездың маҡсаты — тиҫтә йылдар буйынса баҡсасылыҡ өлкәһендә йыйылған мәсьәләләрҙе хәл итеү планын әҙерләү. Сараны «Берҙәм Рәсәй» партияһы ярҙамында «Рәсәй Баҡсасылар союзы» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе ойошторҙо.

Делегаттар Баҡсасыларҙың йәмәғәт хәрәкәтен булдырырға һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһы, «Рәсәй Баҡсасылар союзы» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының «Баҡсасы йорто — ғаилә терәге», «Уңышлы түтәл» проекттарын даими рәүештә ғәмәлгә ашырыуҙы дауам итергә хәл итте.

Съезд ҡарарына муниципалитет хакимиәттәренә үҫентеләр, орлоҡтар, баҡса инвентары, шулай уҡ ауыл хужалығы продукцияһын һатыу буйынса сауҙа майҙансыҡтары эшен ойоштороу тәҡдимдәре индерелде.

Республика баҡсасыларының II съезы 2017 йылдың апреленә билдәләнде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть