9 декабрь, Йома

19 май 2016 йыл, 17:52

БДИ барышында аудиторияларҙың 75 проценты онлайн-күҙәтеү режимында эшләйәсәк

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Берҙәм дәүләт имтиханы ваҡытында Башҡортостанда аудиторияларҙың 75 проценты онлайн-күҙәтеү режимында эшләйәсәк. Был уҙған йыл менән сағыштырғанда 20 процентҡа күберәк, тип хәбәр итте республиканың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән түңәрәк өҫтәл барышында.

27 майҙа — 11 кластарҙа, 26-да туғыҙынсыларҙа дәүләт йомғаҡлау аттестацияһының төп этабы башлана.

«Имтихандар 22 июнгә тиклем дауам итә. Һуңынан етди сәбәптәр буйынса имтихан тапшыра алмаған уҡыусылар өсөн өҫтәмә этап башлана», — тине мәғариф ведомствоһы башлығы.

Берҙәм дәүләт имтиханы үтәсәк аудиторияларға ике күҙәтеү камераһы ҡуйылған. Имтихан барышында йәмәғәт күҙәтеүселәре лә эшләйәсәк.

Дәүләт имтихан комиссияһы вәкилдәре аудиторияларҙың БДИ-ға әҙерлеген тикшергән. Тәртип һаҡлаусылар, медицина хеҙмәткәрҙәре, белем биреү ойошмалары вәкилдәре өсөн урындар әҙерләнгән. Ойоштороусыларҙың барыһы ла уҡыуҙар үткән.

Быйыл республикала 36 692 туғыҙынсы һәм 20 842 ун беренсе класс уҡыусылары Төп дәүләт имтиханы һәм Берҙәм дәүләт имтиханы тапшыра.

темалар: мәғариф, БДИ-2016