8 декабрь, Кесе йома

19 май 2016 йыл, 17:12

24 майҙа Өфөлә Рәсәйҙең нефть һәм газ химияһы форумы асыла

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 24-27 майҙа Өфөләге «ВДНХ-Экспо» күргәҙмәләр комплексында Рәсәйҙең нефть һәм газ химияһы форумы һәм XXIV «Газ. Нефть. Технологиялар» халыҡ-ара күргәҙмәһе уҙа.

Күргәҙмәлә илдең 35 төбәгенән һәм 12 сит илдән 400-ҙән ашыу компания ҡатнаша. Ҡытай Халыҡ Республикаһының 34 предприятиеһы бындай сараға тәүге тапҡыр килә.

Форумдың эшлекле программаһында Өфөләге бер нисә майҙансыҡта 38 сара, шул иҫәптән дәүләт көйләүенә һәм нефть һәм газ химияһында тармаҡ программаларына арналған пленар ултырыш үткәреү ҡаралған.

Дүрт көн барасаҡ форум эшендә 12 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Улар араһында илдең химия, нефть химияһы һәм нефть-газ комплексы компаниялары, федераль һәм төбәк власы органдары вәкилдәре, шулай уҡ сит илдәрҙән һәм төрлө төбәктәрҙән рәсми делегациялар бар.

Форум йомғаҡтары буйынса резолюция әҙерләнә, унда ҡатнашыусыларҙың тармаҡты үҫтереү буйынса тәҡдимдәре индерелә. Һуңынан документ Рәсәй Хөкүмәтенә һәм профилле министрлыҡтарға ебәрелә.

Сараны ойоштороусылар — Башҡортостан Хөкүмәте, Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы.