Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

30 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың Конституция суды төбәктең төп юридик юғары уҡыу йорттары менән килешеүҙәр төҙөнө

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

Башҡортостандың Конституция суды республиканың төп юридик юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек һәм үҙ-ара килешеп эш итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Бөгөн, 19 майҙа, ошо органдың барлыҡҡа килеүенә 20 йыл тулыуға арналған тантаналы ултырыш уҙҙы.

«Конституция юстицияһы юриспруденция өлкәһендәге ғилми эшмәкәрлек менән айырылғыһыҙ бәйле. Бының бер нисә сәбәбе бар. Беренсенән, ҡатмарлы мәсьәләләр ҡарала. Икенсенән, юридик фән өлкәһендәге һуңғы асыштар менән бәйләнеш булырға тейеш. Өсөнсөнән, Конституция суды әҙерләгән бөтә хоҡуҡи позицияларҙы дөрөҫ аңлатыу мөһим. Бынан тыш, беҙ студенттарҙы, аспиранттарҙы, магистранттарҙы йәлеп итәбеҙ һәм артабан улар республиканың дәүләт власы, суд органдарында эшләй алһын өсөн иң яҡшыларҙы асыҡлайбыҙ», — тине Башҡортостандың Конституция суды рәйесе Зөфәр Еникеев.

Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Юридик институты, Көнсығыш иҡтисади-хоҡуҡи гуманитар академияһы, республика Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы менән килешеүҙәр төҙөлдө.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть