3 декабрь, Шәмбе

19 май 2016 йыл, 15:52

Өфө ун популяр туристик йүнәлеш исемлегенә инде

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Туризм буйынса федераль агентлыҡтың рәсми сайтында хәбәр ителеүенсә, Өфө ун популяр туристик йүнәлеш исемлегенә инде. Май байрамдарында Мәскәүҙән ун популяр йүнәлештең туғыҙы Рәсәй ҡалаларына тура килгән тип билдәләнә.

Рейтингта беренсе урында Симферополь килә, икенселә — Сочи (Адлер), өсөнсөлә — Минераль Һыуҙар. Ун популяр йүнәлеш исемлегенә Санкт-Петербург, Краснодар, Махачкала, Дондағы Ростов, Өфө һәм Калининград ингән. Исемлектә берҙән-бер сит ил ҡалаһы — Кишинев.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, быйыл йәйге Өфөнө яратыусыларҙың күбеһе — Германияла. Шулай уҡ 2016 йылда Канада, Швеция, АҠШ, Израиль, Норвегия, Бөйөк Британия, Дания, Испания, Чехия илдәрендә йәшәүселәр араһында Башҡортостандың баш ҡалаһында ял итеү бик популяр. Былтыр июнь-август айҙарында Өфөлә Канада, Германия, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Бөйөк Британия, АҠШ, Италия, Испания, Израиль, Дания, Төркиәнән килгән туристар күп булған.

темалар: туризм, рейтинг