4 декабрь, Йәкшәмбе

19 май 2016 йыл, 14:59

«Әсә» фильмы «Яңы офоҡ» халыҡ-ара кинофестивалендә ике номинацияла еңеү яуланы

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт режиссеры Айнур Асҡаровтың «Әсә» фильмы «Яңы офоҡ» X халыҡ-ара ҡыҫҡа метражлы кино һәм анимация фестивалендә ике номинацияла иң яҡшыһы тип танылды. Фильм «Иң яҡшы патриотик фильм» һәм «Иң яҡшы оператор эше» (ҡуйыусы оператор Санкт-Петербургтан Анна Рожецкая) номинацияларында еңеү яуланы.

Кинофестиваль Воронеж ҡалаһында уҙҙы. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, быйыл конкурсҡа 110 илдән 2118 фильм тәҡдим ителгән. Иң күбеһе Рәсәйҙән — 267 һәм АҠШ-тан — 213.

«Әсә» романы һәм фильмдың сценарий авторы — танылған яҙыусы Шәүрә Шәкүрова. «Көмөш Аҡбуҙат-2015» халыҡ-ара кинофестивалендә ул «Ҡыҫҡа метражлы уйын фильмы» номинацияһында иң яҡшы сценарий өсөн призына лайыҡ булды. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн 2014 йылда Башҡортостан Башлығы гранты бүленде. Картина жанры буйынса — мистик драма. Фильм рус теленә синхрон тәржемә ителә. Продюсер — Фәнил Ғәлимов, ҡуйыусы рәссам — Айгөл Байрамғолова, монтажлаусы — Айнур Асҡаров һәм Александр Снадин.

темалар: кино