Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда көндәр йылыта

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостанда йылы көндәр башлана. Республика гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы синоптиктары хәбәр итеүенсә, был аҙнала төбәктә йылы һауа торошо өҫтөнлөк итәсәк.

Һауа температураһы яйлап ҡына күтәреләсәк. Кесаҙна, 19 майҙа, төндә +5,+10 градус, көнсығыш райондарҙа ҡырау төшөүе, көндөҙ 19-24 градус йылы булыуы көтөлә. Алдағы көндәрҙә төндә +10, +15, көндөҙ +21, +26 градус. Урыны менән йәшенле ямғыр яуасаҡ. 20 һәм 21 майҙа ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр яуыуы ихтимал.

Синоптиктар фаразлауынса, киләһе аҙнала һауа шарттары яҙғы баҫыу эштәрен тамамлау өсөн уңайлы буласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть