Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышы Хөкүмәттең дәүләт милкен хосусилаштырыу һөҙөмтәләре тураһында отчеты менән башланды

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Өфөлә республика Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышы асылды. Ултырыш Башҡортостан Хөкүмәтенең 2015 йылда дәүләт милкен хосусилаштырыу һөҙөмтәләре тураһында отчеты менән башланды. Шулай уҡ «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире Азамат Юлдашбаевтың сығышы ҡаралған. Ул баҫманың эшмәкәрлеге һәм уны үҫтереү йүнәлештәре хаҡында һөйләйәсәк.

Закон сығарыусылар 60-тан ашыу мәсьәлә ҡараясаҡ. Шуларҙың 14 республика закон проекты икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итергә тәҡдим ителгән. Һигеҙ закон проекты тәүге уҡыуҙа ҡабул итеү өсөн көн тәртибенә индерелгән. Мәҫәлән, социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға дәүләт ярҙамы, мәҙәни мираҫ объекттары, бушлай юридик ярҙам тураһындағы закондарға төҙәтмәләр индерергә ҡушылған.

Бынан тыш, закон сығарыусылар иғтибарына тәүге тапҡыр «Башҡортостан Республикаһында өлкән йәштәге кешеләр һәм инвалидтар өсөн тәрбиәгә алыусы ғаиләләр тураһында»ғы закон проекты тәҡдим ителә.

Көн тәртибендәге 18 мәсьәлә федераль закон проекттарына ҡағыла, 11-е республиканың айырым суд участкаларына мировой судья вазифаларына һайлау менән бәйле.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть