11 декабрь, Йәкшәмбе

19 май 2016 йыл, 12:18

Өфөлә рәссамдар һәм кинематографистарҙың «Башҡортостан-Синемастан» исемле берлектәге проекты асылды

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 18 майҙа Өфө художество галереяһына кино һәм һынлы сәнғәттең сағыу вәкилдәре йыйылды. Бында Рәсәй киноһы йылына арналған «Башҡортостан-Синемастан» исемле күргәҙмә-форумын асыу тантанаһы булды. Проект шуныһы менән үҙенсәлекле: республика тарихында тәүге тапҡыр рәссамдар һәм кинематографистар союзы берлектәге проектын тормошҡа ашыра.

«Бөгөнгө форум «Синемастан» тип атала, сөнки Башҡортостан — кинематография төйәге, бында һоҡланғыс фильмдар төшөрөлә. Республика кино сәнғәтен пропагандалауҙа һәр саҡ төп урынды биләне», — тип билдәләне Кинематографистар союзы рәйесе Фәрит Ғәбитов.

Экспозициялар бер юлы өс залда урынлашҡан. Беренсе залда рәссамдарҙың кино сәнғәтенә арналған эштәре ҡуйылған. Икенсеһендә — кинооператор һәм фоторәссам Михаил Новиковтың фотокүргәҙмәһе. Ҡырҡ йыл ғүмерен республикаға хеҙмәт итеүгә арнаған оҫтаға Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Кинематографистар союзының рәхмәт хаттары тапшырылған.

Өсөнсө зал рәссамдарҙың һәм кинематографистарҙың эштәрен берләштерә. Унда күренекле артистар, яҙыусылар, композиторҙар Рәшиҙә Туйсина, Мостай Кәрим, Заһир Исмәғилев, Хөрмәтулла Үтәшев, кино эшмәкәрҙәре Фәрит Ғәбитов, Вилүрә Иҫәндәүләтованың портреттарын күрергә мөмкин. Айырым стенд «Дерсу Узала» фильмының ҡуйыусы-рәссамы, сығышы яғынан Өфөнән булған Юрий Ракшаның ижадына арналған.

Проектты ойоштороусылар — республика Мәҙәниәт министрлығы, «Рәсәй Рәссамдар союзы» Бөтә Рәсәй ижади ойошмаһының төбәк бүлексәһе, Башҡортостан Кинематографистар союзы, Өфө художество галереяһы, «Башҡортостан» киностудияһы һәм Башҡортостан Кинематографистар союзының йәштәр үҙәге.

Форум 10 июнгә тиклем дауам итә. Бөтә сараларға ла инеү ирекле. Яңылыҡтар һәм оҫталыҡ дәрестәренең ентекле программаһы — «Бәйләнештә» төркөмөндә.