4 декабрь, Йәкшәмбе

19 май 2016 йыл, 11:05

Рөстәм Хәмитов Fitch рейтинг агентлығының халыҡ-ара төбәк финанстары буйынса директоры Константин Англичанов менән осрашты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 18 майҙа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Fitch Ratings халыҡ-ара рейтинг агентлығының халыҡ-ара төбәк финанстары буйынса директоры Константин Англичанов менән осрашты. Яҡтар төбәктең кредит рейтингын билдәләү өсөн социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләрен тикшерҙе.

– Ысынлап та, республикабыҙ – Рәсәйҙең ышаныслы төбәктәренең береһе, иҡтисадта төрлө ҡатмарлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, уңышлы ғына эшләй, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Образлы итеп әйткәндә, республиканың финанс системаһы, баш ҡаланың финанс күрһәткестәре – «йәшел» зонала. Бурыстарыбыҙ күп түгел. Быйыл һалым үҙебеҙ өсөн билдәләгән пландан артығыраҡ инә.

Республика Башлығы инвестиция йәлеп итеү мөмкинлеген арттырыу өлкәһендәге эш, мөлкәт комплексында тәртип урынлаштырыу тураһында һөйләне.

Константин Англичанов әйтеүенсә, республика юғары баһаға лайыҡ.

– Беҙҙә кредит рейтингын билдәләүгә килешеү төҙөлгән. Ошо процесс барышында республика министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре менән аралаштыҡ. Һүҙ социаль-иҡтисади үҫеш, төп финанс күрһәткестәре, бюджет торошо хаҡында барҙы, – тине ул. – Шуны аңларға кәрәк: рейтинг шкалаһы кредитҡа һәләтлелекте сағылдыра. Башҡортостан тураһында һүҙ алып барғанда, илдең иҡтисади үҫеш лидерҙары эйә булған юғары кимәл хаҡында әйтергә мөмкин.

Fitch Ratings рейтинг агентлығы – донъяла киң ҡулланылған кредит рейтингы, аналитик тикшеренеү сығанаҡтарының береһе. Standard & Poor’s һәм Moody's менән бер рәттән өс ҙур халыҡ-ара рейтинг агентлыҡтары иҫәбенә инә.