Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Евгений Перевертайло «Өфө» футбол клубының баш тренеры вазифаһынан китте

Спорт

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/.

Премьер-лигала Рәсәй чемпионатының 29-сы тур уйынынан һуң Евгений Перевертайло «Өфө» футбол клубының баш тренеры вазифаһынан китте. Өфөләр Пермдең «Амкар» командаһынан 1:0 иҫәбе менән еңелде. Был хаҡта клубтың рәсми сайты хәбәр итә.

Быға футболсыларҙың уңышһыҙ сығыш яһауы сәбәпсе булды. Кисә клуб етәкселеге отставка тураһында ҡарар ҡабул итте.

Баш тренер вазифаһын башҡарыусы итеп Сергей Томарев тәғәйенләнде.

Евгений Перевертайло команданы 2015 йылдың 21 октябрендә ҡабул итте. Был вазифала ул Игорь Колывановты алмаштырҙы. Ул эшләгән ваҡытта өфөләр 17 уйын үткәрҙе, дүрт еңеү яуланы, һигеҙ тапҡыр отолдо, биш уйын тигеҙ иҫәп менән тамамланды.

21 майҙа беҙҙекеләр Мәскәүҙең «Спартак» командаһы менән уйнай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть