9 декабрь, Йома

18 май 2016 йыл, 17:37

Төбәктә «Берҙәм Рәсәй» партияһы «Уңышлы түтәл» проектына старт бирҙе

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» партияһы «Уңышлы түтәл» проектына старт бирҙе. Был турала Рәсәй Баҡсасылар союзының төбәк бүлексәһе рәйесе, проект етәксеһе Ринат Миһранов хәбәр итте. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының граждандарҙың баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеүгә хоҡуҡтарын ғәмәлгә ашырыуға бәйле хәлгә мониторинг үткәреү буйынса эшсе төркөмө ултырышында проектҡа баһа бирелде.

«Беҙ коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәренә 40 мең орлоҡ йыйылмалары таратабыҙ. Республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты конкурс ойошторҙо һәм баҡсасылар өсөн яҡшы орлоҡтарҙы һайлап алды. Өҫтәүенә уларға китаптар бирәбеҙ һәм социологик тикшереү үткәрәбеҙ. Шулай итеп, беҙ баҡсасыларҙы борсоған проблемалар күрһәтелгән 40 мең анкета йыябыҙ», — тине Ринат Миһранов.

Сығыш яһаусы проектты тормошҡа ашырыу республикаға баҡсасылыҡ буйынса илдә лайыҡлы урын биләргә мөмкинлек бирер тигән ышаныс белдерҙе. Ошо өлкәләге проблемалар 19 майҙа Башҡортостан баҡсасыларының I съезында тикшереләсәк.