7 декабрь, Шаршамбы

18 май 2016 йыл, 16:39

Сибайҙа «Ирәндек моңдары» башҡорт йырын башҡарыусылар конкурсы асыла

фото: Сибай ҡалаһы хакимиәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Бөгөн Сибайҙа «Ирәндек моңдары» XIII төбәк-ара башҡорт йырын башҡарыусылар конкурсын асыу тантанаһы була. Конкурс программаһы өс көнгә иҫәпләнгән. Ул 20 майҙа ҡаланың Үҙәк майҙанында гала-концерт менән тамамлана.

Сибай хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, быйыл бәйгелә ҡатнашыу өсөн Башҡортостандан, Силәбе, Ырымбур, Ҡурған, Һарытау һәм Свердловск өлкәләренән 90-дан ашыу йырсы ғариза биргән. Байрам ҡунаҡтары араһында Венгрия ғалимдары ла бар.

«Ирәндек моңдары» төбәк-ара башҡорт йырын башҡарыусылар конкурсы тәүге тапҡыр 1996 йылда Сибай ҡалаһы хакимиәте башланғысы буйынса ойошторола. 2000 йылға тиклем йыл һайын уҙғарыла. Артабан — ике йылға бер тапҡыр. Положениеға ярашлы, бәйгеселәр ике йәш төркөмөндә (16 йәшкә тиклем һәм 16-35 йәшлектәр) көс һынаша.

Конкурстың абруйы һәм унда ҡатнашыусыларҙың географияһы йылдан-йыл киңәйә. Бәйгелә Ҡаҙағстандан, Үзбәкстандан, Татарстан Республикаһынан, Төмән, Ырымбур, Силәбе, Һамар, Ҡурған өлкәләренән, Пермь крайынан, Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалаларынан йырсылар ҡатнашты.

Төрлө йылдарҙа «Ирәндек моңдары» конкурсында Азамат Тимеров, Фәрүәз Урманшин, Лилиә Ишемйәрова, Радик Вәлмөхәмәтов, Минзәлә Түләбаева, Баязит Байназаров, Рәүил Харрасов, Сәғиҙулла Байегетов, Гөлсөм Бикбулатова, Альберт Салауатов, Хәсән Усманов, Зөлфиә һәм Рәмил Әбүбәкеровтар, Рөстәм Шаһыбалов, Филүс Ҡалмырҙин, Алһыу Бәхтиева, Нәсимә Тимерова, Венера Рәхмәтуллина, Фәнил Кинйәғолов, Сөмбөл Баймырҙина, Сәйет Билалов, Дилара Иҙрисова, Зәлиә Хөббитдинова еңеү яуланы.