Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

Быйыл йәй Өфөлә 11 пляж эшләйәсәк

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Баш ҡала һыу инеү миҙгеленә әҙерләнә. Өфө хакимиәте сайтында хәбәр ителеүенсә, быйыл йәй ҡала биләмәһендә 11 ял итеү урыны билдәләнгән.

Киров районында йәшәүселәр Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан «Бельский» һәм «Ҡояшлы» пляждарында ял итә ала. Октябрь районы халҡы өсөн Ҡариҙел буйында «Сипайлово Сочиһы» һәм «Ҡояш яры», Калинин районында «Шарлауыҡ» һәм «Ҡомло» пляждары, Йылы күл янында — «Ожмах яры» һәм «Гольфстрим», Дим районында «Матур» һәм «Карьер» ял итеү урындары асыла.

Өфө хакимиәте 25 майға тиклем халыҡ күпләп ял иткән урындарҙа талпанға ҡаршы эшкәртеү үткәрергә, тыйыусы билдәләр һәм яҙыуҙар ҡуйырға ҡушты. Ҡотҡарыусылар 31 авгусҡаса дежур итәсәк. Пляждар 1 июнгә әҙер булырға тейеш.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть