8 декабрь, Кесе йома

18 май 2016 йыл, 14:48

Республика бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү өсөн 205 миллион һум аҡса аласаҡ

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы быйыл бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа субсидиялар бүлеү өсөн төбәктәрҙе конкурс буйынса һайлап алыуға йомғаҡ яһаны. Йыл һайын үткәрелгән конкурс барышында Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы һәр төбәккә федераль субсидия лимитын билдәләй. Ағымдағы йылда республика өсөн ул 273,4 миллион һум тәшкил итәсәк. Шуларҙың 164,1 миллион һумы — Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, 109,3 миллионы Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы өсөн ҡаралған.

Республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, конкурс йомғаҡтары буйынса Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетының һигеҙ ғаризаһы ла хупланған. Федераль аҡсалар бер нисә сараны берлектә финанслауға йәлеп ителгән.

Федераль субсидия шулай уҡ муниципаль программаларҙы тормошҡа ашырыу өсөн бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеүгә, Башҡортостандың эшҡыуарлыҡҡа ярҙам үҙәген булдырыуға, Төбәк берләштерелгән үҙәген һәм Социаль өлкәнең инновациялар үҙәген ойоштороуға йүнәлтелә.