8 декабрь, Кесе йома

18 май 2016 йыл, 12:41

«Башҡортостан-Синемастан» форумының программаһы тауыш режиссеры Юлай Тауылбаевтың оҫталыҡ дәресенән башлана

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөгөн, 18 майҙа, киске сәғәт 6-ла «Башҡортостан-Синемастан» исемле күргәҙмә-форум асыла. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, һәр көн айырым темаға арналған. Өфө художество галереяһында танылған фоторәссам Михаил Новиковтың шәхси күргәҙмәһе тәҡдим ителә.

Форумдың төп өлөшө 19 майҙа билдәле тауыш режиссеры Юлай Тауылбаевтың оҫталыҡ дәресенән башлана. Юлай — белеме буйынса музыкант, ете йылдан ашыу «Башҡортостан» киностудияһында тауыш режиссеры булып эшләй. Ошо ваҡыт эсендә ул «Ел ҡыуыусы» (реж. Айсыуаҡ Йомағолов), «13-сө раунд» (реж. Булат Йосопов), «Мегаджунглис» (реж. Александр Вәхитов), «Еңмеш», «Әсә» (реж. Айнур Асҡаров), «Япраҡ», «Карусель», «Урман һуҡмағы» (реж. Роман Пожидаев), «Ике күрше», «Өйләнәм» (реж. Таңсулпан Бураҡаева) фильмдарында, Вилүрә Иҫәндәүләтованың «Һуғыш беҙҙе балаға һанаманы», «Тәүбә», «Ике килгән ғүмер» документаль таҫмаларында, Айнур Асҡаровтың «Әсе бал» документаль фильмында эшләгән.

Башҡортостан Кинематографистар союзының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн Юлай Тауылбаев республикала кино өлкәһендә иң тәжрибәле тауыш режиссеры һанала. «Ел ҡыуыусы» фильмы өҫтөндә эшләгәндә «Мосфильм» белгестәре уның профессиональ кимәлен юғары баһалаған.