11 декабрь, Йәкшәмбе

18 май 2016 йыл, 11:15

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең Дәүләт Советы ултырышында ҡатнашты

фото: Рәсәй Президентының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 17 майҙа Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Дәүләт Советының төҙөлөш комплексын үҫтереү һәм ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеген камиллаштырыу мәсьәләләренә арналған ултырышында ҡатнашты.

Ҡатнашыусылар инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуға, яңы технологияларҙы, дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмдарын ҡулланыуға, төҙөлөш тармағындағы ҡануниәтте көйләүгә бәйле төҙөлөш комплексын үҫтереү буйынса сараларҙы тикшерҙе.

Рәсәй Президенты Ҡала төҙөлөшө кодексы көсөнә ингәндән һуң һуңғы 10 йылда торлаҡ төҙөлөшө баҙарының ыңғай динамикаһын билдәләне. Былтыр ғына илдә 85 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән.

– Әммә халыҡтың торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға ихтыяжы кәмемәй, быны ышаныслы баҙар механизмдарын, шул иҫәптән ипотека кредитлауын  файҙаланып ҡына ҡәнәғәтләндерергә мөмкин, – тине Владимир Путин. – Ипотека – торлаҡ төҙөлөшөнөң ҡеүәтле двигателе, һәм Хөкүмәткә Үҙәк банк менән берлектә ошондай кредиттар буйынса ставканы кәметеү юлдарын, ипотекаға финанс ресурстарын йәлеп итеүҙең яңы механизмдарын эҙләргә кәрәк.

Торлаҡ алыуҙың тағы ла бер таралған ысулы – өлөшләтә төҙөлөш. Әммә бында төҙөүселәрҙең үҙ бурыстарын үтәмәүе һәм алданған өлөшсөләрҙең барлыҡҡа килеүе күҙәтелә. Ошо мәсьәләне хәл итеү өсөн Владимир Путин торлаҡ төҙөлөшөндә дәүләт компенсация фондын булдырырға тәҡдим итте. Дәүләт башлығы төҙөлөш тармағында техник яҡтан көйләү һәм хаҡтар билдәләү мәсьәләләренә айырыуса ҙур иғтибар бүлде.