8 декабрь, Кесе йома

18 май 2016 йыл, 10:07

Башҡортостан «Өлкән класс уҡыусылары өсөн бюджет грамоталылығы» проектын тормошҡа ашырыу буйынса пилот төбәге буласаҡ

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан «Өлкән класс уҡыусылары өсөн бюджет грамоталылығы» федераль программаһы тормошҡа ашырыласаҡ төбәктәр иҫәбенә инде.

Рәсәй Финанс министрлығы һәм Бөтә донъя банкының берлектәге проекты — киләһе уҡыу йылында илдең өс төбәгендә һынау үтәсәк белем биреү курсы.

Әлеге ваҡытҡа проект буйынса бөтә материалдар, шул иҫәптән «Уҡыусылар өсөн уҡыу ҡулланмаһы», «Уҡыусылар өсөн эш дәфтәре», «Ата-әсәләр өсөн ҡулланма» һәм «Уҡытыусы өсөн методик материалдар» әҙер. Проектта ҡатнашҡан бөтә төбәктәр ҙә ошо комплекттарҙы аласаҡ.

Май аҙағына тиклем һынау үтәсәк белем биреү ойошмаларын билдәләргә кәрәк. Һәр төбәктә улар ундан артмаҫҡа тейеш.

Башҡортостанда был исемлек билдәле. Дүрт учреждение Өфөлә урынлашҡан: 5-се, 42-се лицейҙар, «Берҙәмлек» лицейы һәм Республика иҡтисад лицей-интернаты. Стәрлетамаҡ, Салауат, Нефтекама, Бөрө ҡалаларында, Туймазы районының Собханғол һәм Благовар районының Языково ауылдарында — берешәр. Август-сентябрь айҙарында проектҡа йәлеп ителгән уҡытыусылар өсөн семинарҙар ойошторола.

Дәрестәр иһә сираттағы уҡыу йылының тәүге ярты йыллығында —  сентябрҙән декабргә тиклем үтә. Курс дәрестән тыш эшмәкәрлек йәки өҫтәмә белем биреү программаһына индерелгән һәм 10 класс уҡыусыларына иҫәпләнгән. Курс тамамланғас, һәр уҡыусы программаны үткәнлеге тураһында таныҡлыҡ аласаҡ.

2017 йылдың ғинуар айында тәүге йомғаҡ яһала. Һынау һөҙөмтәләре буйынса курстың программаһына төҙәтмәләр индереләсәк һәм уның һуңғы варианты әҙерләнәсәк. Киләһе йылдың май айында бюджет грамоталылығы буйынса бөтә Рәсәй конференцияһын үткәреү ҡаралған.