7 декабрь, Шаршамбы

17 май 2016 йыл, 18:01

«Бөтә Өфө» тапшырыуҙары Союз дәүләте телеканалында эфирға сыға

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина, Сергей Захаров/. «Бөтә Өфө» телеканалы, «Башҡортостан» киностудияһы һәм Союз дәүләте телерадиотапшырыуҙар компанияһы (ТРО телеканалы) хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуясаҡ. Тантана 18 майҙа Мәскәүҙә, Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә уҙа.

ТРО каналында «Өфө көнө» 19 майға билдәләнгән. Муниципаль телеканалдың тапшырыуҙары алты сәғәт барасаҡ.

«Был килешеү бер нисә ай буйына әҙерләнде. Өфөгә килгәс тә, ТРО вәкилдәре беҙҙең менән бәйләнешкә сыҡты. Беҙгә уларҙың тәҡдиме бик ҡыҙыҡлы тойолдо, һәм бына һуңғы ике ай дауамында эфирға әҙерләндек», — тип һөйләне «Бөтә Өфө» продюсер үҙәге директоры Алина Сөләймәнова.

«Эфирҙа хәбәрселәрҙең махсус репортаждары, Өфө тураһында фильмдар һәм очерктр, «Башҡортостан» киностудияһының өс фильмы күрһәтеләсәк. 19 майҙа иртән тапшырыуҙар «Өфө тракты» исемле тарихи проекттан башланасаҡ. Бер һүҙ менән әйткәндә, баш ҡалабыҙҙы төрлө яҡтан күрһәтергә, потенциаль инвесторҙарҙы йәлеп итергә теләйбеҙ», — тине муниципаль телекомпания етәксеһе.

Уның әйтеүенсә, хеҙмәттәшлек дауам итәсәк: «Бөтә Өфө» тапшырыуҙары айына бер тапҡыр Союз дәүләте телеканалында эфирға сығасаҡ.